Герб

Официальный сайт
сельское поселение
Улькундинский сельсовет
муниципального района Дуванский район
Республики Башкортостан

ХӨРМӘТЛЕ ДУҪТАР!!!💚💚💚

✅ “Башҡортостан” гәзите республиканың ИҢ ШӘП АУЫЛ БИЛӘМӘҺЕН билдәләй.
💚 Еңеүсе ауылға ҙур бүләк-сюрприз әҙерләнек!

📌 Ауыл биләмәһе өсөн тауыш бирергә теләүселәр ошо яҙма аҫтындағы һылтанмалар араһынан үҙ районына үтеп, ауыл биләмәһен һайлап, тауыш бирергә тейеш.
📌 Иң күп тауыш йыйған ауыл халҡы өсөн шәп бүләк әҙерләнек – “Башҡортостан” гәзитенән әҙәби-музыкаль осрашыу! Сарала билдәле сәхнә йондоҙҙары – виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр ЗӘЙНЕТДИНОВ, йырсылар Искәндәр ҒӘЗИЗОВ, Венера ЮЛГИЛДИНА, Рәфис СИРУСИН, Гөлшат ҒАЙСИНА, ҡурайсылар Илнур ХӘЙРУЛЛИН, Динар АБДУЛЛИН һәм башҡаларҙың ҡатнашыуы көтөлә.
📌 Бынан тыш, тәүге 10 урында билдәләнгән ауыл биләмәләренә барып, ҙур мәҡәлә әҙерләйбеҙ, хакимиәт башлыҡтарына “Башҡортостан” гәзитенең дипломын тапшырабыҙ.
📌 Ҡәҙерле дуҫтар! Тауыш биреү теүәл 1 ай дауам итеп, 26 май көнө киске 21.00 сәғәттә ябыла.
📌 Бергә булдыҡ! Бергә ҡалайыҡ!